-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2019, 19:12

Күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙы тиҙ һәм сифатлы төҙөкләндерергә кәрәк

Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау республика программаһы башланды.

Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау республика программаһы башланды.
Төбәктә бөтәһе төҙөкләндереүгә мохтаж 26 мең подъезд иҫәпләнә. Уҙған дүшәмбе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының программаны тормошҡа ашыра башлауға мөнәсәбәте менән ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Республика етәксеһе фекеренсә, халыҡ араһында тауыш биреүҙе иғлан итерҙән алда 2019 йылда подъездарҙы ремонтлау программаһына ингән күп фатирлы йорттар исемлеген билдәләргә кәрәк. Бөгөн Радий Хәбиров Өфөнөң граждандар өсөн мөһим программаның башланыуына нисек әҙерләнеүен ҡарарға булды.
Гоголь урамындағы 80-се биш ҡатлы йорт үткән быуаттың 70-се йылдары аҙағында һалынған. Йорт советы рәйесе Ольга Ефимова «Башинформ» агентлығына ошо ваҡыт эсендә уларҙың подъезы бер тапҡыр ғына төҙөкләндерелеүе, хәҙер уларҙың насар торошта булыуы хаҡында һөйләне. Хәйер, уҙған йылда «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы ярҙамында йорт ихатаһында балалар спорт майҙансығы һәм автомобилдәр өсөн асфальт түшәлгән туҡталҡа төҙөлдө.
«Туҡталҡаға 1 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо, спорт майҙансығы 2 миллион һумға төштө, быйыл Ленин районында ете күп фатирлы йортта 41 подъезды төҙөкләндерергә уйлайбыҙ», — тип билдәләне Өфөнөң Ленин районы торлаҡ хужалығы идаралығы директоры Айҙар Гәрев.
Радий Хәбиров, йортта йәшәүселәр менән аралашыуҙан һуң, тулыһынса ремонтлау талап ителгән подъездарҙың береһенә инде. Түшәмдәр ремонтҡа мохтаж, стеналарҙы буярға, тәҙрәләрҙе, электр сымдарын алмаштырырға кәрәк. Республика ҡала властарының иғтибарын подъездарҙы тиҙ һәм сифатлы төҙөкләндереү кәрәклегенә йүнәлтте.
«Программаны тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле аҡса бюджетҡа һалынған, әле ойоштороу процесы бара, хөкүмәт үҙенең бурысын үтәне, хәҙер мин муниципалитеттарҙың программаны бойомға ашырыуҙың аныҡ планын төҙөүҙәре өсөн борсолам. Әлбиттә, йәмәғәтселектең һәм халыҡтың ярҙамы кәрәк. Әгәр программа һөҙөмтәле булһа, беҙҙең подъездарҙа барыһы ла яҡшы булыр», — тине Радий Хәбиров, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Башҡортостан етәксеһе фекеренсә, программаның тағы ла бер мөһим маҡсаты – күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе бергә тупларға ярҙам итеү.
2019 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында бөтәһе 1590 подъезды төҙөкләндереү, бының өсөн 430 миллион һум тотоноу күҙаллана. Өфө мэрының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов һүҙҙәренсә, Гоголь урамындағы 80-се йорт подъездарын ремонтлау 1,7 миллион һумға төшә, йәғни һәр подъезға яҡынса 215 мең һум тура килә.