-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2019, 18:40

Төбәктә «Урал легендаһы» поезы теҙмәһен үҙгәртә

1 февралдән 31 мартҡа тиклем пассажирҙарҙың һорауы буйынса Өфө – Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса йөрөгән «Урал легендаһы» поезының теҙмәһе үҙгәрә, хәҙер тау саңғысыларына һәм туристарға сәйәхәт итеү күпкә уңайлыраҡ була.

Ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусылар араһында популяр поезд Өфөнән урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8-се 19 минутта ҡуҙғала һәм көндөҙгө 2-се 7 минутҡа Яңы Абҙаҡҡа барып етә. Яңы Абҙаҡтан киске сәғәт 6-сы 21 минутта юлға сыға, Өфөгә төнгө 12-се 17 минутҡа килә. Теҙмәлә, элекке кеүек үк, Дим, Өршәк, Асы, Инйәр, Айғыр һәм Белорет станцияларында туҡталыштар ҡаралған. Билет хаҡы – 700 һум, ҡануниәттә билдәләнгән льготалар ғәмәлдә. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһында белдереүҙәренсә, «Урал легендаһы» поезы йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йөрөй.
Уҙған ҡышҡы миҙгелдә, ноябрҙән мартҡа тиклем, «Урал легендаһы» поездарында 10 меңгә яҡын кеше йөрөнө. Проектты пассажирҙар ҙа, туристик бизнес та юғары баһаланы.