Быйыл ҡалала һәм Тирләндә 21 йорттоң ҡыйығын, фасадын, йылытыу системаһын һәм лифт ҡоролмаларын ремонтлау ҡаралған. Ҡаланың Точисский урамындағы 17-се йортта йылылыҡ биреү системаһын, ошо уҡ урамдың 11-се, 15-се, 21-се, 30 «А» йорттары фасадын яңыртыу, 24-се йорттоң ҡыйығын алыштырыу, тышҡы яғын яҡшыртыу планлаштырылған. Ҡаланың йөҙөн матурлау буйынса эштәр Косоротов урамының 42-се, Кооператив урамының 2-се, К.Маркс урамының 57-се, 59-сы, 74-се йорттарында башҡарыласаҡ, фасадтары яңыртыласаҡ. Косоротов урамының 12- се, Хмельницкийҙағы 6-сы йорттарҙың ҡы йығын алыштырыу ҡаралған. Быйыл да лифттар алыштырыу даими башҡарыласаҡ. Октябрҙең 50 йыллығы урамының 74-се, 76-сы, Киров урамының 52- се, 56-сы, 58-се һәм Крупская урамының 47-се йорттарында яңы лифттар ҡуйыла. Тирләндә лә Коммунистик урамындағы 67-се йорттоң ҡыйығы, Оглоблин урамындағы 93-сө йорттоң фасадын яңыртыу эштәре башланасаҡ.