Иглин районында әсә, уның 2 һәм 5 йәшлек ҡыҙҙары һәләк булған янғын тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды.
Бөгөн иртән ул ҡыҙҙарын яңғыҙ ҡалдырып, магазинға киткән. Ҡайтып килгән саҡта өйөнән төтөн сығыуын күреп ҡалған. Эргәнән үтеп барған машина водителенән уны тиҙерәк илтеп ҡуйыуын һораған. Әсә кеше ҡыҙҙарын ҡотҡарыу өсөн ялҡын ялмап алған өйгә ташланған, ләкин кире сыға алмаған. Йорт тулыһынса янып бөткән, өсәүһе лә йән биргән.
Был ваҡытта тағы бер ҡыҙы (уға 14 йәш) мәктәптә булған. Әле уның менән психологтар эшләй. Ҡыҙҙарҙың атаһы өлкән ҡыҙы менән Өфөлә йәшәй, ул - колледж студенты. Ир фажиғә урынына килгән.