Ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеү өсөн республика бюджетынан 60 миллион һум бүленә. Йыл йомғаҡтары буйынса улар араһынан иң яҡшы 100 уҡытыусыға грант рәүешендә 600 меңәр һум аҡса тапшырыу күҙаллана. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә барған беренсе мәктәп мәғарифы форумындаошо турала белдерҙе.
«Әлеге сара, бушлай ер участкаһы бүлеү менән бергә — был сараны ла әҙерләрбеҙ — республиканың ауыл мәктәптәрендә кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итергә тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров.