3 февралдә конкурс комиссияһы «Рәсәй лидерҙары» Бөтә Рәсәй идарасылар конкурсы финалсыларын һайлап алыуҙы тамамланы.
Йомғаҡлау һынауҙарына Башҡортостандан алты вәкил: Тимур Әхмәҙинуров («Башнефть-Розница» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Азат Ахунов («Стафф» кадрҙар агентлығы), Илгиз Байморатов («Финэкспертиза-Сеть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Дмитрий Денисенко («Акустические материалы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Сергей Решетников («АНК Башнефть» йәмғиәте), Олег Сурначев («Ак Барс» Банк) саҡырылды.
«Волга буйында федераль округтың 12 төбәгенән 34 конкурсант финалға саҡырыу алды. Улар иҫәбендә Түбәнге Новгород өлкәһенән — 7, Башҡортостандан — 6, Һамар өлкәһенән — 6, Татарстандан — 4, Һарытау өлкәһенән — 3, Пермь крайынан 2 ҡатнашыусы. Мари Иле, Мордовия, Сыуаш республикаларынан, Ырымбур, Пенза, Ульяновск өлкәләренән иһә берәр», — тине конкурс етәксеһе, «Рәсәй — мөмкинлектәр иле» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Алексей Комиссаров.
Ярымфиналда уңышлы сығыш яһауҙан тыш, финалға сығыу өсөн ҡатнашыусыларға «Лидер йөрәге» эше сиктәрендә социаль проектты тормошҡа ашырыу талап ителә. «Рәсәй лидерҙары» финалы 13-17 мартта Сочиҙа уҙа.