Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2019, 12:17

Балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең максималь күләме билдәләне

Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылға республика муниципалитеттары өсөн балалар баҡсаһына түләүҙең максималь күләмен билдәләне. Тейешле ҡарарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылға республика муниципалитеттары өсөн балалар баҡсаһына түләүҙең максималь күләмен билдәләне. Тейешле ҡарарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Баҫылған документҡа ярашлы, Өфөлә һәм Өфө районында балалар баҡсаһы өсөн башҡаларға ҡарағанда күберәк түләргә тура килә — 2839 һәм 2627 һум.
Стәрлетамаҡта һәм Дәүләкән районында балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең максималь күләме яҡынса бер тигеҙ — айына 2550 һәм 2503 һум. Салауатта — 2366 һум.
Алты муниципалитетта: Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Иглин, Ҡалтасы, Бәләбәй һәм Учалы райондарында түләү 2200 һумдан ашыуыраҡ тәшкил итә.
Йылайыр һәм Ауырғазы райондары ата-әсәләре өсөн был күрһәткес башҡаларҙан түбәнерәк — 1148 һәм 1185 һум.
Декабрҙә «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быға тиклем закон балалар баҡсаһы өсөн түләү күләмен йыл дауамында бер нисә тапҡыр арттырырға мөмкинлек бирә ине. Хәҙер хаҡты йыл башында ғына күтәрергә була.
Мәктәпкәсә учреждениеларҙа балаларҙы тәрбиәләгән өсөн түләүҙең уртаса күләме 1617,2 һум тәшкил итә. Түләүҙе кәметеүгә компенсация түләүҙәре күләме тап ошо сумманан сығып иҫәпләнә.
Ата-әсәләр балалар баҡсаһына түләү өсөн компенсация алырға хоҡуҡлы, тип иҫкә төшөрҙөләр республика Мәғариф министрлығында. Балалар баҡсаһына йөрөгән бер балаға компенсация — түләнгән сумманан 20% (323,44 һум), ике балаға — 50% (808,6 һум), өс һәм унан да күберәк икән — 70% (1132 һум).
Читайте нас: