Һуңғы тәүлектә (7 февралдән 8-енә ҡараған төндә) Башҡортостандың төрлө райондарында 4-тән 14 миллиметрға тиклем ҡар яуҙы. Күбеһенсә таулы урындарҙа, атап әйткәндә, Белоретта. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башгидрометүҙәктең метеопрогноздар бүлеге етәксеһе Гөлназ Заһитова хәбәр итте.
«Һуңғы тәүлектә Белоретта 14 миллиметр яуым-төшөм теркәлде, был ике декада нормаһы, - тип аңлата синоптик. - «Өфө-Дим» станцияһында 11 миллиметр ҡар яуҙы, был бер декада нормаһынан 85%, Стәрлетамаҡта 14 миллиметр - декада нормаһынан 79%».
Бынан алда «Башинформ» агентлығы һуңғы ҡарлы ҡыштың 2017 йылда күҙәтелеүе тураһында хәбәр иткәйне. Ул саҡта февралдә Башҡортостанда ике айлыҡ норма ҡар яуҙы. Ҡарҙың күплеге буйынса февраль рекорды 2008 йылда теркәлде - норманан 248 процент, икенсе урында - 2001 йыл (244%), өсөнсөлә - 2007 йыл (232%).