Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2019, 17:18

Эшҡыуарҙарға ярҙамға

Сауҙа-сәнәғәт палатаһы союзы Рәсәйҙең коммерция һәм коммерция булмаған ойошмалары, шәхси эшҡыуарҙар инициативаһы менән булдырылған һәм ирекле ағзалыҡҡа нигеҙләнгән. Союз ағзаларын Рәсәй Федерацияһы закондары һәм Палатаның уставы менән билдәләнгән бер үк маҡсаттар, бурыстар берләштерә. Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының ағзалары бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Сауҙа палатаһы ағзаһы булып та һанала һәм үҙ тәҡдимдәрен Халыҡ-ара сауҙа палатаһы берекмәһенә лә сығара ала.

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы бәләкәй, урта һәм эре бизнестың (бының эсенә сәнәғәт, эске һәм тышҡы сауҙа, ауыл хужалығы, финанс системаһы, хеҙмәт күрһәтеү инә) ихтыяжын яҡлай һәм республиканың иҡтисади үҫешенә ярҙам итеп, уның донъя хужалыҡ системаһына ҡатнашлығын булдыра, бөтә төр эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге үҫешенә уңайлы шарттар булдыра, ябай булмаған баҙар шарттарына яраҡлашырға булыша.
Бөгөн Рәсәйҙә 182 Сауҙасәнәғәт палатаһы иҫәпләнә. Башҡортостанда улар дүртәү - Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Белорет төбәк бүлексәләре бар. Әлеге ваҡытта Палата инвестицияларҙы йәлеп итеү, улар буйынса экспертиза, сертификация үткәреү хеҙмәте күрһәтә, күргәҙмә-конгресс эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә һәм бизнес-миссиялар ойоштора. Палата ағзаларының күбеһе урта һәм бәләкәй бизнес әһелдәре.
Үткән аҙна аҙағында муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы союзы ағзаларының йыйылышы уҙҙы. Унда Белорет ҡалаһы һәм районынан, Учалы, Сибай ҡалаларынан вәкилдәр ҡатнашты. Муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары И.В. Ручкина кәңәшмәне асып, йыйылыштың көн тәртибе менән таныштырҙы. Ҡатнашыусылар кѳн тәртибен раҫлап тауыш биргәс, Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының 2016-2018 йылдарҙағы эшмәкәрлегенә байҡау яһалды. Артабан Палатаның үҫеш перспективалары тикшерелеп, союздың сираттан тыш конференцияһын үткәреү мәсьәләләре ҡаралды һәм шул сарала ҡатнашасаҡ делегаттар һайланды.
Йыйылышта Палата ағзалары ғына түгел, “УралСиб”, “ПромТрансБанк”, “Россельхозбанк” вәкилдәре лә ҡатнашты. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ банктары ярҙамында эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдары тураһында һөйләне. Кәңәшмә һуңында К.В. Егупов йыйылышта ҡатнашыусыларға рәхмәт белдереп, артабан да Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән уңышлы хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.
Читайте нас: