Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2019, 15:18

Башҡортостанда депутаттар фиктив прописка өсөн холоҡ төҙәтеү эштәренә ебәрергә тәҡдим итә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына йәшәгән йәки булған урын буйынса фиктив теркәү өсөн язалар исемлеген киңәйтеүҙе күҙ уңында тотҡан проект индерергә ниәтләй.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына йәшәгән йәки булған урын буйынса фиктив теркәү өсөн язалар исемлеген киңәйтеүҙе күҙ уңында тотҡан проект индерергә ниәтләй.
Депутаттар уға 360 сәғәткә мәжбүри эштәр йәки бер йылға холоҡ төҙәтеү эштәрен индерергә тәҡдим итә. Был Рәсәй, сит ил граждандарына ла, гражданлығы булмаған кешеләргә лә ҡағыла.
«Әлеге ваҡытта бының өсөн 100-ҙән алып 500 мең һумға тиклем штраф йәки мәжбүри эштәр, йә иһә өс йылға ҡәҙәр иректән мәхрүм итеү ҡаралған, – тине республика парламенты рәйесе Константин Толкачев. – Ысынында йышыраҡ штраф һалына. Рәсәй Енәйәт кодексына ярашлы, штраф түләүҙән ҡасҡан өсөн ул икенсе яза менән алмаштырылыуы мөмкин, был осраҡта – мәжбүри эштәр менән. Ләкин бәлиғ булмағандарҙы, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарын, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы, өс йәшкәсә балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы, 50 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, 60 йәштән оло ир-егеттәрҙе, хәрбиҙәрҙе мәжбүри эштәргә ҡушырға ярамай. Һөҙөмтәлә әгәр ошо категорияға ҡараған граждандар әлеге тәртипте боҙа икән, улар язаһыҙ ҡала. Бындай күренештәр аҙ түгел. Беҙҙең башланғыс хуплау тапһа, ошо хоҡуҡ боҙоусылар штраф түләүҙән баш тартҡан осраҡта мәжбүри эштәргә ебәрелергә тейеш».
Тейешле ҡарар февраль аҙағында Дәүләт Йыйылышының сираттағы пленар ултырышында ҡабул ителер тип көтөлә.
Читайте нас: