Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2019, 17:49

Башҡортостанда тәүге бала өсөн 300 мең һум биреү буйынса вәкәләттәр икенсе органға күсте

2019 йылдың 6 февраленән беренсе балаға социаль түләү (300 мең һум) биреү буйынса вәкәләттәр икенсе органға күсте.

2019 йылдың 6 февраленән беренсе балаға социаль түләү (300 мең һум) биреү буйынса вәкәләттәр икенсе органға күсте.
Хәҙер ата-әсәләр бөтә кәрәкле документтарҙы Башҡортостан Республикаһының торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығына килтерергә тейеш. Учреждениеның адресы: Өфө, Достоевский урамы, 101-се йорт.
«Шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә граждандар һәм ғаризалар 1-се бүлмәлә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә», — тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.
Тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (347) 218-15-19, 8-961-046-77-29, 8-961-047-99-04 телефондары буйынса белергә мөмкин.
Бынан алда «Башинформ» документтар йыйыу һәм түләүҙәр менән республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында шөғөлләнеүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: