Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2019, 17:54

Моноҡалалар исемлегенә индек!

Башҡортостандың өс ҡалаһы - Белорет, Нефтекама һәм Благовещен йылдам үҫеш биләмәһе статусын аласаҡ.

Башҡортостандың өс ҡалаһы - Белорет, Нефтекама һәм Благовещен йылдам үҫеш биләмәһе статусын аласаҡ.
Был турала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев «Сочи-2019» Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә төбәк башлыҡтары менән осрашыу барышында белдерҙе. Федераль ведомство-ара комиссия өс ҡаланың да ғаризаһын хуплаған.
- Мин илдә тағы ла 14 йылдам үҫеш биләмәһе булдырыу тураһындағы Хөкүмәт ҡарарына ҡул ҡуйҙым. Уларҙың ун бере - моноҡалалар, өсәүһе - ябыҡ административ биләмә берәмектәре, - тине Дмитрий Медведев. - Был төбәктәр өсөн, ысынлап та, ҡыҙыҡлы тема. Сөнки йылдам үҫеш биләмәһендә һалым буйынса ташламалар ҡаралған, шуға инвесторҙарҙы йәлеп итеү еңелерәк, шулай уҡ өҫтәмә инструменттар ҡулланыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү фонды тәҡдим иткән шарттар: айырым биләмәләрҙе ҡалалағы эре предприятиеларға бәйле булыуҙан арындыра, иң мөһиме, был предприятиеларҙан тыш та яңы эш урындары барлыҡҡа килтерергә ярҙам итә. Ғөмүмән, бәләкәй ҡалалар үҫешенә яңы һулыш өрә.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров:
- Ябай ғына итеп әйткәндә, был беҙҙең ҡалалар өсөн иҡтисади яҡтан алға ынтылырға мөмкинлек биргән етди ҡарар, - тип, был яңылыҡтың мөһимлеген билдәләне.
- Әлбиттә, был район иҡтисады, беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы хәбәр. Был статусты алыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалдыҡ. Ике йыл рәттән проектта ҡатнашыу өсөн документтар йыйып ебәрҙек. Әммә төрлө сәбәптәр менән үтә алманыҡ. Рәсәй Федерацияһы буйынса был статусты алырға теләгәндәр күп һәм әленән-әле яңы документтар ҙа талап ителә. Ә бына 2018 йылда ебәрелгән документтар үтте. Йылдам үҫеш биләмәһе статусы алыу ҙур яуаплылыҡ та. Белорет, Нефтекама һәм Благовещен ҡалаларын йылдам үҫеш биләмәләренә индереү статусы нимә бирәсәк? Был проект яңы предприятиелар асыу, эш урындары булдырыу, ҡалаға социаль-иҡтисади яҡтан үҫеү мөмкинлеге бирә. Моноҡалалар федераль ҡаҙнаға бөтөнләй һалым түләмәй, ә урындағы бюджетҡа биш йыл буйы килемдең биш проценты тирәһе түләнә. Яңы статус был ҡалаларҙа эшмәкәрлек алып барған предприятие һәм эшҡыуарҙарға һалым ташламалары менән файҙаланыу, аренда түләүҙәренә льготалар һәм бизнес алып барыу өсөн ер менән файҙаланыуҙа ябайлаштырылған административ хоҡуҡтар бирәсәк. Дәүләттең ышанысын аҡларға һәм Белорет районын яңы иҡтисади үҫеш кимәленә сығарыу өсөн тырышасаҡбыҙ, - тине район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Ручкина.
Читайте нас: