-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2019, 13:17

Радий Хәбиров сүп-сарҙы айырым йыйыуға күсеү механизмдарын уйларға ҡушты

Бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ведомство етәкселәренә һәм яуаплы кешеләргә сүп-сарҙы айырым йыйыуға күсеү механизмдарын уйларға ҡушты.

Бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ведомство етәкселәренә һәм яуаплы кешеләргә сүп-сарҙы айырым йыйыуға күсеү механизмдарын уйларға ҡушты.
«Ошо мәсьәләне хәл итһәк, ҡалдыҡтарҙы 20 проценттан 30 процентҡа тиклем ҡыҫҡарта алырбыҙ. Реформаның маҡсаты — йылдан-йыл күбәйгән сүп-сарҙы кәметеү. Әгәр айырым йыйыуға күсмәһәк, быны башҡарып сыға алмайбыҙ. Халыҡты шуға әҙерләргә кәрәк»,— тип билдәләне республика етәксеһе.
Радий Хәбиров ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн билдәләнгән түләүҙең ҡала халҡы өсөн айына һәр кешегә — 70 һум, быға тиклем сүп-сар йыйыу системаһы ойошторолмаған тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр өсөн 35 һум тураһында йөкләмәһенең үтәлешен контролдә тотоуҙы һораны. Шулай уҡ икеләтә түләүҙәр һәм яңылыш иҫәпләүҙәр булмаҫҡа тейеш, тип билдәләне республика етәксеһе:
«Мәрхүмдәргә лә иҫәпләйҙәр тигән мөрәжәғәттәр бар, бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай. Ауыл халҡы иҫәпләнгән сумма булһа ла, сүп-сарҙы сығармауҙары өсөн борсола. Аңлашыла, яңы системаға саҡ күсә башланыҡ, ләкин бындай хәлдәрҙе тиҙ арала төҙәтергә кәрәк».
«Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә теркәлгән халыҡ буйынса төбәк операторҙары өсөн тулы мәғлүмәттәр базаһын булдырыла, — тине экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов. — Бынан тыш, республикала юридик берәмектәр, шәхси эшҡыуарҙар һәм төбәк операторҙары араһында сүп-сар сығарыуға килешеүҙәр төҙөү проценты бик түбән. Шулай уҡ төбәк операторҙары инфраструктура һәм техника күҙлегенән етерлек кимәлдә әҙер түгел».