Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2019, 12:03

Ауылдаштар ихласлыҡ күрһәтте

Ноҡатта Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған спорт ярыштары үтте. Спорт байрамын ауыл старостаһы Вил Солтанов асып, йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы. Инйәрҙең 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Әлмира Мөстәҡимова ла ауыл ирегеттәрен байрамдары менән ҡотлап, дәррәү йыйылғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Ярыштар, бигерәк тә саңғы уҙышы, барыһын да дәртләндереп ебәрҙе. Башланғыс кластар араһынан Азалия Солтанова, Рамазан Сәйфетдинов, Алһыу Хажиәхмәтоваларға етеүсе булманы. Урта звено уҡыусылары араһында финиш һыҙығын беренсе булып Айваз Солтанов үтте. Спорт байрамында Ғиниәтовтар ғаиләһе ихласлыҡ күрһәтте. Ир-егеттәр араһында Айгиз Ғиниәтов, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәбиға Ғиниәтова иң етеҙҙәре булды. Йыйылыусылар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы, күңелле уйындар ҙа ойошторолдо. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды. Ярыштар тамамланғас, йыйылыусылар һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте, тәмләп сәй эсте. Ошо сараны үткәреүҙә ярҙам иткән бағыусыбыҙ, ауыл старостаһы Вил Солтановҡа рәхмәтлебеҙ.
Читайте нас: