Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2019, 12:09

Икенсе тапҡыр - Ҡыйғыла

Үрге Ҡыйғыла Донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәев призына сираттағы Республика турниры уҙҙы. 2001-2004 йылғы ҡыҙҙар билбау көрәше (алыш) һәм 2002- 2004, 2009-2011 йылғы үҫмерҙәр көрәш буйынса бил һынашты.

Үрге Ҡыйғыла Донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәев призына сираттағы Республика турниры уҙҙы. 2001-2004 йылғы ҡыҙҙар билбау көрәше (алыш) һәм 2002- 2004, 2009-2011 йылғы үҫмерҙәр көрәш буйынса бил һынашты.
Турнирҙа Белорет спорт мәктәбе исеменән Абҙаҡтан дүрт спортсы ҡыҙ ҡатнашты. Үҙ категорияларында Эльвина Ғәҙелшина һәм Зилиә Ирғәлина - I, тәүге тапҡыр күләмле ярыштарҙа ҡатнашҡан Лилиә Ғәлиева - II, Юлиә Мөхәмәҙиева III урындарҙы яуланы. Турнирҙа республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 100- гә яҡын спортсы йыйылды. Чемпион үҙе үк спортсыларҙы ҡаршы алды. Сара юғары кимәлдә үтте. Еңеүселәргә миҙал, Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Спорт байрамының бағыусылары - Донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәевтың атаһы Валерий Ғәли улы, бер туған ағалары, ҡустылары һәм дуҫтары. Абҙаҡ спортсыларын да ярышҡа әҙерләп ебәргәндәре, ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн уларҙың ата-әсәләренә, Абҙаҡ мәктәбе директоры Г.Р. Йомағужинаға, “Потенциал-Недра” йәмғиәте директоры И.Ғ. Дауытовҡа оло рәхмәтемде белдерәм.
Читайте нас: