Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2019, 12:13

Пневматик ҡоралдан атыу буйынса ярыш

Мәктәптән тыш эштәр үҙәге хәрби-патриотик тәрбиә биреү айлығы сиктәрендә район-ҡала мәктәптәре уҡыусылары, үҫмерҙәр клубтары тәрбиәләнеүселәре араһында пневматик ҡоралдан атыу буйынса ярыштар үткәрҙе. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сара спорт мәктәбе тирында үтте. Пневматик ҡоралдан атыу буйынса ярыштарҙа 25 белем учреждениеһынан 125 спортсы ҡатнашты.

Ярыштар һөҙөмтәһенә ярашлы, дөйөм команда иҫәбе буйынса I урынды - Үрге Әүжән мәктәбе (етәкселәре - В. Клюев), II урынды - Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы (Д. Сәмсетдинов) һәм III урынды 20-се мәктәп (А. Повираев, К. Миронов) уҡыусылары алды. Ҡыҙҙар араһында Тимер юл мәктәбе (С. Суроваткин), малайҙар араһында шәхси беренселеккә 20-се мәктәп (К. Миронов) сыҡты. Үҫмерҙәр клубтары араһынан “Современник” (Р. Низамов), “Орленок” (Е. Баязитова, Е. Бодрова), “Йәйғор” (Ю. Рыжкина) клубтары тәрбиәләнеүселәре иң яҡшылары булды. Малайҙар араһынан иң яҡшы һөҙөмтәләрҙе “Орленок”, ҡыҙҙар араһынан “Современник” клубтары күрһәтте.
Читайте нас: