Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2019, 11:24

Роскомснаббанктың физик берәмектәр алдында 18 миллиард һум бурысы бар

7 мартта лицензияһыҙ ҡалған Роскомснаббанктың физик берәмектәргә – 18 миллиард һум, шәхси эшҡыуарҙарға һәм ойошмаларға 4 миллиард һум бурысы бар. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың Милли банкы рәйесе Марат Кашапов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, банк вкладтарҙы страховкалау системаһында ҡатнаша, закон буйынса 1,4 миллион һумға тиклемге аҡсаны иң тәүҙә физик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға ҡайтарырға тейеш.
Вкладтарҙы страховкалау агентлығы аҡсаны ҡайтарыу өсөн 14 мартҡа тиклем банк-агенттарҙы билдәләй. Алдан хәбәр ителгәнсә, түләүҙәр 21 марттан да һуңға ҡалмайынса башланырға тейеш. «Физик берәмектәр алдындағы бурыстың күбеһе тап страховка суммаһына эләгә», — тине Кашапов.
Читайте нас: