Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2019, 12:44

Ташҡындан һаҡ булығыҙ!

Яҙ етеү менән һыу ятҡылыҡтарында боҙ ирей башлай: йоҡара, ярыла һәм шуның менән ғүмер ѳсѳн хәүеф тыуҙыра. Йылға ағымының кѳсәйеүе лә уны аҫтан ашай, кѳндән-кѳн емшетә. Әлбиттә, бындай боҙ ѳҫтѳнән йѳрѳү һәләк ҡурҡыныс. Әгәр кѳҙгѳ һәм ҡышҡы боҙ, ярылыу хәүефен иҫкәртеп, кешенең ауырлығы аҫтында шатырлай башлаһа, яҙғы боҙ иһә шунда уҡ боҙло “бутҡаға” әүерелә.

Яҙ етеү менән һыу ятҡылыҡтарында боҙ ирей башлай: йоҡара, ярыла һәм шуның менән ғүмер ѳсѳн хәүеф тыуҙыра. Йылға ағымының кѳсәйеүе лә уны аҫтан ашай, кѳндән-кѳн емшетә. Әлбиттә, бындай боҙ ѳҫтѳнән йѳрѳү һәләк ҡурҡыныс. Әгәр кѳҙгѳ һәм ҡышҡы боҙ, ярылыу хәүефен иҫкәртеп, кешенең ауырлығы аҫтында шатырлай башлаһа, яҙғы боҙ иһә шунда уҡ боҙло “бутҡаға” әүерелә.
Был ваҡытта балаларға ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға, йылға буйында, боҙ ѳҫтѳндә уйнарға ярамағанлыҡ тураһында аңлатыу эштәрен алып барырға, һыу ятҡылыҡтарына бер үҙҙәрен ебәрмәҫкә кәрәк. Мәҫәлән, 2018 йылдың 16 мартында Краснокама районының Серек Танып йылғаһында абайһыҙлыҡ арҡаһында 2007 йылғы малай һәләк булды. Шулай уҡ ҙурҙарға ла һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү зарур. Уҙған йылдың 20 мартында Инйәр йылғаһы быуаһында балыҡсының, 29 апрелдә иһә Бәләкәй Инйәр йылғаһында катамаранда йѳҙгән ҡатындың ғүмерҙәре ѳҙѳлдѳ. Үкенескә күрә, был исемлектең ни бары бер ѳлѳшѳ генә. Боҙ һәм ҡар иреү сәбәпле, йылғалар һәм һыу ятҡылыҡтары тулып, ярҙарынан сыға. Ҙур территорияларҙы һыу баҫа, кешеләр, хайуандар үлә, торлаҡтар, сәнәғәт биналары, ҡоролмалар, коммуналь хужалыҡ объекттары, юлдар, электр тапшырыу һәм бәйләнеш линиялары эшлектән сыға. Ҙур бәләләрҙән һаҡланыу ѳсѳн, ташҡынға алдан уҡ әҙерләнеү фарыз: быуа һәм дамбаларҙың торошон тикшереү, мѳһим инженер эштәрен үткәреү, һауа торошон күҙәтеү, мәғлүмәти хәбәрҙәр менән ҡыҙыҡһынып тороу, йѳҙѳү һәм ҡотҡарыу сараларын хәстәрләү. Ташҡын мәлендә боҙ ѳҫтѳнә сығыу, боҙ киҫәгендә йѳҙѳү ҡәтғи рәүештә тыйыла.
Боҙло һыуҙа хатта ҙур кеше лә, ѳшѳүҙән, кейеменең һыуланыуынан, 20 минут эсендә тиҙ генә һыу тѳбѳнә китә. Шулай ҙа боҙ ярылып, һыу эсендә ҡалһағыҙ, паникаға бирелмәй йәһәт кенә был бәләнән сығыу юлдарын эҙләгеҙ. Башығыҙ менән һыуға сумырға тырышмағыҙ. Бының ѳсѳн ҡарандағы боҙ ситенә ҡулығыҙҙы киң йәйеп, киҫкен хәрәкәттәр эшләмәйенсә боҙ ѳҫтѳнә менегеҙ. Түшегеҙ менән боҙ ситенә шыуышып, сиратлап аяҡтарығыҙҙы тартып алығыҙ. Уйымдан сыҡҡас, аяҡҡа, хатта тубыҡҡа ла баҫмағыҙ, йүгермәгеҙ, ә һаҡлыҡ менән ярға табан шыуышығыҙ. Әгәр һеҙҙең күҙ алдында кеше боҙ аҫтына китһә, ашығыс рәүештә “112” йәки “01” һандарын йыйып, ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.
Читайте нас: