Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2019, 12:46

Йәнәһе, үс алған

Тимер юл ауылында йәшәгән кешенең телефонын урлау факты буйынса 30 йәшлек ҡатынға ҡарата тикшереү эше тамамланды.

Тимер юл ауылында йәшәгән кешенең телефонын урлау факты буйынса 30 йәшлек ҡатынға ҡарата тикшереү эше тамамланды.
Ваҡиға Яңы йыл байрамы алдынан була. Ике йәш ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ Промысловая урамындағы йортта спиртлы эсемлек менән күңел аса. Кисен йоҡларға яталар. Иртәнсәк 39 йәшлек ир 11 мең һум тирәһе торған кеҫә телефонының юҡлығын белеп ҡала. Ир кеше телефондың юҡҡа сығыуында ҡатын ғәйепле булыуына шик белдерә, сөнки ул төн уртаһында ҡайтып киткән була. Ир полицияға мөрәжәғәт итә.
Урынға килгән оператив тикшереү төркөмө ысынлап та ҡатындың смартфонды урлауҙа ғәйепле булыуын иҫбатлай. Ғәйепләнеүсе ҡулға алына һәм ғәйебен таный.
Тикшереү барышында шул асыҡлана: өҫтәл артында ултырғанда зыян күреүсе ҡатынды үпкәләтә. Ир йоҡоға талғас, ҡатын үс алыу маҡсатында уның кеҫәһенән телефонын ала. Урлаған әйберен ҡатын әхирәтенә бирә.
Асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе элек тә бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән була. “Урлашыу” буйынса енәйәт эше судҡа тапшырылған. Кеҫә телефоны тартып алынған, тиҙҙән хужаһына ҡайтарыласаҡ.
Читайте нас: