Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2019, 12:48

Ышаныс телефонына ышан!

Республиканың балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ышаныс телефонына 8 йыл тулды. Был арауыҡта “Компас” хеҙмәте 107 мең мөрәжәғәт ҡабул иткән, шуларҙың 80 проценты балаларҙыҡына тура килә.

Республиканың балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ышаныс телефонына 8 йыл тулды. Был арауыҡта “Компас” хеҙмәте 107 мең мөрәжәғәт ҡабул иткән, шуларҙың 80 проценты балаларҙыҡына тура килә.
Бөгөнгө көндә йәштәрҙе һәм балаларҙы тиҫтерҙәре, ата-әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәт, өлкәндәр һәм йәштәштәренең ҡаты мөғәмәлә итеүе, уҡыу, һаулыҡ һәм социумда адаптация үтеү, енестәр араһындағы мөнәсәбәткә бәйле проблемалар борсой. Өлкәндәр шылтыратыуының күпселеген үҫмерҙәр менән идара итеп булмауы, балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса юридик һорауҙар, ғаиләләге конфликттар тәшкил итә. Квалификациялы белгестәр был ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итергә әҙер.
Ышаныс телефоны сайтында (www. telefon-doveria.ru) байрамдар һәм билдәле даталарға бәйле конкурстар, акциялар уҙғарылып тора. Был “Компас” хеҙмәтенең эшмәкәрлеге һәм мәғлүмәт таратыу өсөн, балалар һәм үҫмерҙәр, ата-әсәләр араһында дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу, яңы дуҫтар табыу, йәмғиәттең лайыҡлы, үҙ-үҙенә ышаныслы граждандарын тәрбиәләү өсөн булышлыҡ итә.
«Компас» хеҙмәте белгестәре балалар, үҫмерҙәр, ата-әсәләре, шулай уҡ вайымһыҙ булмаған кешеләр психологик ярҙамды ваҡытында алһын ѳсѳн эшләй!
Читайте нас: