Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2019, 12:05

Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 10 мең кеше йәлеп ителә

Башҡортостанда 2020 йылдағы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 10 мең кеше йәлеп ителә. Был 2010 йылда уҙған бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбенә ҡарағанда 5 меңгә аҙыраҡ.

Башҡортостанда 2020 йылдағы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 10 мең кеше йәлеп ителә. Был 2010 йылда уҙған бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбенә ҡарағанда 5 меңгә аҙыраҡ.
Киләһе йылда халыҡ иҫәбен алыуға йәлеп ителгән кешеләрҙең аҙайыуы цифрлаштырыу менән бәйле, йәғни күпселек осраҡта мәғлүмәттәр электрон ысул менән тапшырыла.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың октябрендә иҫәп алыусылар һәм Дәүләт хеҙмәттәре сайты ярҙамында башлана. Иҫәп алыусыларға уңайлы булһын өсөн статистиктар Радий Хәбировтан урам исемдәре һәм йорттоң һаны яҙылған күрһәткестәр ҡуйырға күрһәтмә биреүен һораны.
Белгестәр фаразына ярашлы, 2030 йылға Башҡортостанда эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың — 180 мең кешегә, эшкә һәләтле йәштән йәшерәктәрҙең 100 меңгә кәмеүе, өлкән йәштәгеләрҙең 145 меңгә артыуы көтөлә.
2019 йылдың 1 ғинуарына республиканың 54 муниципаль районынының 12-һендә халыҡ һаны 20 мең кешенән аҙыраҡ тәшкил иткән.
Читайте нас: