Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова илдә тыуымды арттырыу өсөн өҫтәмә саралар индереү мөмкинлеген инҡар итмәй.
Татьяна Голикова фекеренсә, бындай сараларҙың кәрәклеге көн кеүек асыҡ.
«Рәсәй-1» эфирында ул әле илдә балалы ғаиләләргә федераль финанс ярҙамының өс төрө ғәмәлдә булыуын иҫкә төшөрҙө. Улар араһында — беренсе бала өсөн түләү, икенсе балаға — әсәлек капиталы, өсөнсө һәм артабанғы балаларға түләүҙәр.
«Тиҙҙән ғаиләләрҙе бала тыуҙырыуға дәртләндереү өсөн өҫтәмә саралар ҡабул итергә тура килер, моғайын. Был бик күп аспекттар, шул иҫәптән, һеҙ әйткәнсә, милләтте һаҡлау кәрәклеген тәьмин итеү менән бәйле».
Голикова беренсе бала тыуғандан һуң әсәлек капиталы бирергә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы бала табыуға дәртләндерергә мөмкинме тигән һорауға яуап итеп, «бындай варианттарҙың да тикшерелеүен» билдәләне.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2021 йылға әсәлек капиталының күләме 489 мең һумға еткерелә.
Хәҙер илдә әсәлек капиталының күләме 453 мең һум тәшкил итә.
2019 йылда был түләүҙең күләме үҙгәрмәй һәм 453 мең һум була. 2020 йылда ул 470 мең һумға тиклем арттырыла, 2021 йылда 489 мең һумға етә.
Быйыл әсәлек капиталына — 325,6 миллиард һум, киләһе ике йылда 337 һәм 347,5 миллиард һум ҡаралған.