«Белеүегеҙсә, мин биш йәшкә тиклем Ишембай районының Һайран ауылында йәшәнем, һуңынан ғаиләбеҙ менән ҡалаға күсендек, аҙаҡ Мәскәүгә киттем, шулай яйлап башҡорт телен юғалта башланым. Әле миңә 55 йәш, һәм хәҙер, беҙ, ниһайәт, туған телебеҙгә ҡайтабыҙ тип әйтә алам. Алдыбыҙҙа бер нисә бурыс тора һәм мин ошо йәһәттән фекерҙәрем менән уртаҡлашҡым килә. Бөгөн беҙ балаларыбыҙҙы нисек башҡорт теленә өйрәтеү, уны уҡытыу буйынса ниндәй алымдар индереү һәм уҡытыуҙы нисек модалы, заманса итергә кәрәклеген хәл итергә тейешбеҙ. Ошо ҙур эште бергәләп башҡарырбыҙ!», — тине республика етәксеһе.