Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2019, 18:00

Милли проекттар тормошҡа ашырыла

Республикабыҙҙа милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 34,2 миллиард һум бүленә.

Республикабыҙҙа милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 34,2 миллиард һум бүленә.
Улар 12 йүнәлешкә ҡағыла: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, автомобиль юлдары, хеҙмәт баҙары, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм экспорт, магистраль инфраструктура.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын вағытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, республикала милли проекттарҙы уңышлы ғәмәлгә ашырыр маҡсатында проект комитеттары ойошторолдо. Башҡортостанда "Берҙәм Рәсәй" партияһы вәкилдәре был мөһим эште контролгә алды. "Сәйәси партияның төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, эшсе төркөмдәр ойошторолған, яуаплы кешеләр ҡуйылған, халыҡ был турала даими хәбәрҙар буласаҡ.
- Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе (яңы ФАП-тар, дауаханалар, онкология һәм йөрәк сирҙәренә ҡаршы) - 4,9 млрд. һум, ә алты йылда медицинаға 16,5 млрд. һум китә;
- Мәғариф - 2019 йылда 4,9 млрд. һум, алты йылда 17,3 млрд һум аҡса тотоноласаҡ;
- Демография (ғаиләгә, күп балалыҡҡа, актив ҡартлыҡҡа йүнәлеш) - 2019 йылда Башҡортостан 7,1 млрд. һум тотонасаҡ, 2024 йылға тиклем 34,4 млрд. һум ҡаралған;
Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар (республика буйынса 6000 саҡрым юл төҙөкләндереү, юл-транспорт фажиғәләрендә үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү) - 2019 йылда республика федераль ҡаҙнанан 5,2 млрд һум, ә алты йылда 33,5 млрд һум аласаҡ;
Экология (законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү, таҙа һыу) – быйыл 7 млрд. һум, ә алты йылда - 41,9 млрд. һум.
Читайте нас: