Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2019, 13:16

Кѳмѳшкәселәргә кѳн бѳтә

Апрелдең тәүге ун кѳнѳндә Белорет районы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре урындағы халыҡтан һәм сауҙа нѳктәләренән лицензияланмаған 100 литрҙан ашыу спиртлы продукцияны тартып алды.

Апрелдең тәүге ун кѳнѳндә Белорет районы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре урындағы халыҡтан һәм сауҙа нѳктәләренән лицензияланмаған 100 литрҙан ашыу спиртлы продукцияны тартып алды.
Оператив-профилактик саралар барышында полицейскийҙар алкоголь продукцияһын законһыҙ етештереү һәм һатыу осраҡтарын асыҡланы.
8 апрелдә ҡаланың Ленин урамындағы магазиндарҙың береһендә 100 миллилитр күләмендәге ѳс флакон этил спиртын һатыуҙарын асыҡлай. Шул уҡ кѳндә полицияның участка уполномоченныйы Азат Һиҙиәтов 60 йәшлек ҡатындың йортонан бер шешә кѳмѳшкә һәм уны етештереү ѳсѳн 90 литр сеймалды тартып ала. 10 апрелдә полицияның участка уполномоченныйы Кирилл Ракитин Ломовка ауылында йәшәгән 73 йәшлек ҡатындың ѳйѳнән спиртлы эсемлекте законһыҙ һатыу осрағын асыҡлай. 42 литр продукция тартып алына.
Әлеге ваҡытта бѳтә продукция экспертизаға ебәрелгән (бал, тиҙ боҙолғанға күрә, юҡ ителгән), уның һѳҙѳмтәләренә ҡарап, законды боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Районда йыл башынан алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыу осраҡтары буйынса 17 административ протокол тѳҙѳлгән. Полицейскийҙар профилактик саралар үткәреүҙе дауам итә.
Читайте нас: