Яңыраҡ муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ике ғаиләгә - Салауат Һибәтуллин һәм Рим Аллаяровҡа йорт төҙөү йәки һатып алыу өсөн тәғәйенләнгән таныҡлыҡтар тапшырҙы.
Сосновка ауылында йәшәгән Салауат Һибәтуллин ветеринар булып эшләй, тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Һибәтуллиндар йорт һала башлағандар ҙа инде, социаль түләүҙәрҙе уны тамамлап ҡуйыуға тотонасаҡтар. Маҡсатлы федераль программаға был ғаилә былтыр ғына торған.
Ә Аллаяровтар ғаиләһе Баҡый ауылында йәшәй. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса программаға улар 2014 йылда торған. Һөнәре буйынса башҡорт теле уҡытыусыһы булған ғаилә башлығы, мәктәп ябылғас, ауылда туризм тармағын үҫтерә башлай. Түләүҙәрҙе йортон һалып бөтөрөүгә тотонмаҡсы.
“Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, 2014 йылдан бөгөнгә ҡәҙәр Белореттағы 16 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшкән.