Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2019, 13:44

Акцияла ҡатнашырға ашығығыҙ!

Республика Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостанда 20 апрелдән 20 майға тиклем, “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары, студенттар, ирекмәндәр һәм теләгән һәр кем ҡатнашлығында ауыл биләмәләрендә, урман участкаларында ағас үҫентеләрен ултырыу ҡаралған.

Республика Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостанда 20 апрелдән 20 майға тиклем, “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары, студенттар, ирекмәндәр һәм теләгән һәр кем ҡатнашлығында ауыл биләмәләрендә, урман участкаларында ағас үҫентеләрен ултырыу ҡаралған.
Айлыҡ сиктәрендә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы, 27 апрель берҙәм ағас ултыртыу көнө тип билдәләнгән. Акция республиканың бөтә район-ҡала биләмәләрендә урманға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, йәмәғәтселекте урман фондындағы һәм ауыл хужалығы ҡарамағында булған урман ресурстарын һаҡлау проблемаларына иғтибар йүнәлтеү маҡсатында ойошторолған һәм “Ағас ултырт - йәшәү бүләк ит!” девизы аҫтында уҙасаҡ. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы был акцияға ҡушылып, Белорет урман хужалығы биләмәһендә 1,4 гектар ергә ағас ултыртырға тәҡдим итте. Шулай уҡ ауыл хакимиәттәре көсө менән Тирлән, Арша урман бүлексәләрендә - 1,25, Әүжәндә - 2,1, Инйәрҙә - 5 гектар биләмәгә йәшел үҫентеләр ултыртыу ҡаралған.
Ауыл хужалығы министрлығы эште тейешле күләмдә башҡарыу өсөн ағас үҫентеләре менән тәьмин итергә һәм ойоштороу эштәрендә ярҙам итергә әҙер.
Ҡалала, Блюхер урамындағы Сталевар һәйкәленән аҫтараҡ, ҡайын аллеяһы булдырыу ниәтендә, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнап 100 ағас ултыртыу планлаштырылған. Шулай уҡ Белорет-Тирлән йүнәлешендәге юлдың ете саҡрымынан һуң юл буйлатып йәшел үҫентеләр ултыртыласаҡ.
Муниципаль район хакимиәте “Йәшел Башҡортостан” акцияһында актив ҡатнашыу өсөн етәкселәргә хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүҙе һорай.
27 апрелдә акцияла ҡатнашыусыларҙы ағас ултыртыу урындарына автобустар алып барасаҡ. Транспорт иртәнге 10- ынсы яртыла муниципаль район хакимиәте бинаһы эргәһенән ҡуҙғала. Акция алдынан унда ҡатнашыусыларға тейешле инструктаж үткәрелә, бирсәткә һәм тейешле инструменттар менән тәьмин итеү, ашатыу һәм күңелле көйҙәр яңғыратып, байрам кәйефе булдырыу ҡаралған.
Читайте нас: