Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2019, 15:30

Шаулап үҫһен шыршылар

“Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып, “Гүзәл” туҡымалар салоны һәм магазиндар селтәре хужабикәһе, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып һайланған Резеда Рәфҡәт ҡыҙы Сайдарова үҙ аҡсаһына Белорет урман хужалығынан 25 төп йәшел шыршы һатып алып, уны ҡаланың ”Жәмиг” мәсете яны территорияһына ултыртты.

Был эштә уңған эшҡыуарға Медицина колледжы студенттары ярҙам итте. Резеда Рәфҡәт ҡыҙы студенттарҙың һәр береһенең исем-фамилияһы яҙылған биркалар эшләтеп алды. Йәш егеттәр уларҙы үҙҙәренә тапшырылған үҫентеләргә беркетеп, шыршыларҙы матур итеп ултыртып та ҡуйҙы. Эш араһында студенттар эшҡыуар тарафынан әҙерләнгән ҡайнар сәй,
бәрәмәстәр менән һыйланды.
- Мәсет территорияһына ағас үҫентеләре ултыртырға күптән ниәтләп йөрөй инем. Бына сәбәбе лә табылды. Шыршылар ҙур ғына, һәр береһе метрҙан ашыу. Ошо уҡ егеттәр менән беҙ уларҙы питомниктан ҡаҙып алып килтерҙек. Егеттәр ихлас тырышты, бар эш тә ыңғай ғына килеп торҙо. Шыршыларҙың тамырҙары ла ҙур булып үҫешкәнлектән, һә тигәнсе яңы урында ерегеп китер тип уйлайым. Был изге эшкә йәштәрҙе йәлеп итеү, үҙе үк тәрбиәүи сара ла. Ә бына бында, тиҙҙән сәскәләр ултыртасаҡбыҙ, тине Резеда Рәфҡәт ҡыҙы, улар өсөн урындарҙы күрһәтеп.
Ысынлап та, йәш ағастар мәсет территорияһын йәмләп, тирә-яҡты матурлап ебәрҙе. Үҙҙәренең хеҙмәттәренән бигерәк тә студенттар ҡыуанды. Мәсет яны бик оҙаҡ шат тауыштар менән яңғырап торҙо. Йәштәр үҙҙәренең үҫентеләрен килеп ҡарап торасаҡтары тураһында ла һөйләште.
Читайте нас: