Республиканың барлыҡ ҡала-райондарында, ауылдарҙа өмәләр бара. Тирә-яҡ яйлап таҙара, матурая. Юл буйҙары ла өмәгә сыҡҡан кешеләр тарафынан таҙартыла.
Белорет район-ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары берҙәм генә ҡаланың Октябрьский биҫтәһендә урынлашҡан “Аҡ мәсет” территорияһына йыйылды. Өмәгә мәсеткә намаҙға йөрөгән ағай-апайҙар ҙа ҡушылды. “Йәшел Башҡортостан” акцияһынан бер көн алда Нур Камалетдинов етәкселегендә егеттәр үҫентеләр килтерҙе. Шәмбе көнө ҡатындар мәсет янын сүп-сарҙан таҙартты, изге йортҡа ингән ерҙәге рәшәткәләрҙе буяны, ир-егеттәр соҡорҙар ҡаҙып, шыршы, емеш ағастары үҫентеләрен ултыртты. Ҡатын-ҡыҙҙар йүгереп йөрөп, ағастарға һыу ҡойҙо. Берҙәмлек еңде, мәсет яны таҙарып, матурайып ҡалды. Көндәр йылыныу менән ҡоролтай ағзалары сәскәләр ултыртырға һөйләшеп, өмәнән яҡшы кәйеф менән таралды.