Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май 2019, 02:34

Өс йылға – 803 миллион һум

Ауыл кооперацияһын үҫтереү, фермерҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса эштәр дауам итә.

Ауыл кооперацияһын үҫтереү, фермерҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса эштәр дауам итә.
Ошо маҡсатта Рәсәй Хөкүмәте “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын ҡеүәтләү” милли проектына ярашлы 13,82 миллиард һум аҡса бүлә. Башҡортостан был сумманан өс йыл өсөн 803 миллион һум аласаҡ.
Республикаға быйылға – 312, 2020 йылға – 261, 2021 йылға 230 миллион һум ҡаралған. Әлбиттә, шарты бар: был сығымдарҙы төбәк эшкә тулыһынса йәлеп итә алырға тейеш.
Аҡса фермерҙарға булышлыҡ ҡылыу системаһы булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү өсөн бүленгән, тиелә хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған документта.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты
#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: