Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2019, 11:07

18 майҙа башҡорт теленән диктант яҙабыҙ

18 майҙа Өфөлә Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторола. Был сараны үткәреү тураһындағы ҡарарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

18 майҙа Өфөлә Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторола. Был сараны үткәреү тураһындағы ҡарарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә.
Төп майҙансыҡ Башҡорт дәүләт университетында урынлаштырыла, унан башҡаларға трансляция ойоштороласаҡ.
“Диктант яҙыуҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала. 8 майҙан сараның сайтында онлайн-теркәлеү үтергә мөмкин буласаҡ, – тип белдерҙе Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса фонд директоры Гөлназ Йосопова. – Сайт диктантты өйҙә йә офиста яҙыу, шулай уҡ яҡындағы майҙансыҡты һайлау мөмкинлеген бирә”.
Ҡатнашыусыларҙы теркәү, майҙансыҡтарҙы эҙләү, башҡорт телен белеү кимәлен билдәләү һәм башҡа хеҙмәттәр 8 майҙан bashkdictant.ru сайтында күрһәтелә башлаясаҡ.
Мәғлүм булыуынса, башҡорт теле буйынса диктант Өфөлә 2014 йылдан үткәрелә. Быйыл юбилей йылында ул халыҡ-ара статус алды. Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, республиканың юғары уҡыу йорттары Советы, Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса фонд.
Читайте нас: