Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2019, 18:08

“Милли проекттарҙы төбәк власы үтәйәсәк”

Закон сығарыусылар советында Владимир Путин киләсәктә төбәктәрҙә милли проекттарҙың нисек тормошҡа ашырыласағы тураһында һөйләне. Уның фекеренсә, уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн төбәк закон сығарыу һәм башҡарма власы яуап бирергә тейеш.

Закон сығарыусылар советы, дәүләт башлығы әйтеүенсә, закон сығарыу буйынса көн тәртибендәге мәсьәләләрҙе ил иҡтисадын үҫтереү өлкәһендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәр менән яраштырырға тейеш. Эшкә халыҡ баһа биргәнгә күрә, урындағы үҙидара органдары позицияһын иҫәпкә алыу зарур. “Рәсәй һис ҡасан да әлеге кеүек мөмкинлектәргә һәм ресурстарға эйә булманы, – тине Президент. – Дөйөм милли мәсьәләләр хәҙер “ерҙә”, йәғни туранан-тура федерация субъекттарында хәл ителә”.
Мәғлүм булыуынса, федераль кимәлдәге яңы милли проекттар Рәсәйҙә былтыр ҡабул ителгәйне. Улар 2019 – 2024 йылдарға иҫәпләнә. Ил Президенты Владимир Путин уларҙы тормошҡа ашырыу тураһындағы 204-се Указға ҡул ҡуйҙы.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Читайте нас: