Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2019, 11:15

Вертолет майҙансығы төҙөйҙәр

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина-санитария ярҙамын үҫтереү программаһына ярашлы, республикала 15 вертолет майҙансығы төҙөләсәк.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина-санитария ярҙамын үҫтереү программаһына ярашлы, республикала 15 вертолет майҙансығы төҙөләсәк.
Был турала “Транспорт сәғәте”ндә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте. Өфөлә майҙансыҡтар Республика перинаталь үҙәге, 18- се ҡала клиник дауаханаһы (Тән бешеү үҙәге), Дуҫлыҡ монументы, Конгресс-холл биләмәһендә, Өфөгә көньяҡтан ингән ерҙә, «Биатлон» комплексы һәм «Нур» театры янында төҙөләсәк.
Ҡалғандары Белоретта, Нефтекамала, Асҡында, Баймаҡта, Сибайҙа, Октябрьскийҙа, Мәсәғүттә, Стәрлетамаҡта төҙөү ҡаралған. Майҙансыҡтар бер айҙа төҙөләсәк һәм 2 млн. һумға төшәсәк. Программаны федераль бюджет финанслай.
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;
Читайте нас: