18 май иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан Республикаһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бойороғона ярашлы бишенсе тапҡыр башҡорт теленән берҙәм диктант яҙыу көнө үтә. Өфө был сараның үҙәге булып торасаҡ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, Рәсәйҙә һәм яҡын сит илдәрҙә йәшәгән 100 меңдән ашыу кешенең диктант яҙыуы көтөлә. Төп майҙансыҡ Өфөлә Башҡорт дәүләт университеты бинаһында буласаҡ һәм унан республика район-ҡалаларындағы, Казан, Ырымбур, Силәбе, Ханты-Мансый, Пермь, Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаһындағы майҙансыҡтар менән трансляция булдырыласаҡ. Шулай уҡ Монреал, Оттава һәм Торонто (Канада), Нью-Йорк һәм Лос-Анжелес (США), Стамбул һәм Анталье (Турция), Гуанчжоу һәм Пекин (Ҡытай), Нурсолтан (Ҡаҙағстан) һәм башҡа сит илдәрҙә майҙансыҡтар асыласаҡ.
Белорет ҡалаһында диктант яҙыуҙың төп майҙансығы 17-се гимназия бинаһында урынлашасаҡ. Башланғыс класстар уҡыған бинала телде яҡшы белгәндәр (Карл Маркс урамы, 48), башланғыс кимәлдә белгәндәр өлкән класстар уҡыған бинала (Киров Урамы, 40 (элекке 26-сы училище) яҙа ала. Шулай уҡ район мәктәптәрендә, ҡала лицей-интернатында, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында ла диктант яҙыу ойоштороласаҡ.