Өфө – Аэропорт юлында ремонт эштәре йәнле бара. Әлбиттә, шаҡтай ваҡыт тығында ултырырға тура килгән шоферҙарҙан, пассажирҙарҙан йыш ҡына ризаһыҙлыҡ һүҙҙәре ишетергә тура килә.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов әйтеүенсә, М 5 трассаһынан аэропорт янындағы юл айырсаһына тиклем юл ҡатламын яңыртыу үтә мөһим.
– Был тәү сиратта водителдәрҙең, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк. Республикала Өфө –Аэропорт юлында хәрәкәт һәр ваҡыт тығыҙ. Бынан тәүлегенә 250 мең автомобиль үтә, – тип белдерә ул. Һөҙөмтәлә юл ҡатламы тиҙ сафтан сыға һәм шул сәбәпле гарантия ваҡыты үтәлмәй.
Тәүҙәрәк юлды ремонтлауҙы 5 июлгә тамамлау планлаштырылһа, Салауат Хөсәйенов билдәләүенсә, төп эштәрҙе 15 – 20 июнгә теүәлләү күҙаллана.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ҡабул ителгән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектында "төбәк әһәмиәтендәге нормативтарға тап килгән автомобиль юлдары оҙонлоғон 50 проценттан арттырыу һәм юл-транспорт ваҡиғаһы осраҡтарын 2017 йылға ҡарағанда 3,5 тапҡырға кәметеү бурысы ҡуйыла".
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин