Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2019, 11:39

Владимир Путин: "Мин шаяртмайым!"

Алда хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй етәксеһе Владимир Путин “Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек” медиафорумында ҡатнашты.

Алда хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй етәксеһе Владимир Путин “Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек” медиафорумында ҡатнашты.
Ауылдарҙы квалификациялы белгестәр менән тәьмин итеү хаҡында һорауға дәүләт башлығы: “Юғары уҡыу йорттарында ауылдарҙа эшләйәсәк медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн маҡсатлы йүнәлеш буйынса урындарҙы киңәйтеү мөһим, – тип белдерҙе. – Был йәһәттән финанслау күләмен арттырырға кәрәк. Хөкүмәткә ошо бурыс йөкмәтеләсәк”.
Ғөмүмән, йәш белгестәрҙе хеҙмәт урыны менән тәьмин итеүгә дәүләт власы ла, урындағы етәкселәр ҙә ҙур иғтибар бүлергә тейеш.
“Чиновникка айырым яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Дәүләт йә муниципаль хеҙмәткә барған кешенең шуны аңлауы мөһим: уға ҡарата талап ҡатыраҡ. Мин шаяртмайым!” – тине ултырышта Владимир Путин.
#ВладимирПутин
Читайте нас: