Башҡортостанда ауыл халҡы өсөн 10 күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәктәр (автоклубтар) һатып алына. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты кураторы Эльвира Айытҡолова белдерҙе. 2020 йылда – Тәтешле, Ҡариҙел, Баймаҡ, Белорет, Нуриман, 2021 йылда Салауат, Бишбүләк, Йылайыр, Көйөргәҙе, Әбйәлил райондары автоклубтар һатып алыр тип күҙаллана. 10 автоклуб һатып алғандан һуң республика халҡын мәҙәни хеҙмәттәргә ылыҡтырыу 8,8% арта.
«Башҡортостанда 2 меңдән ашыу стационар мәҙәни-ял учреждениелары эшләй. Улар республика халҡын мәҙәни хеҙмәттәр менән 53% ғына тәьмин итә. Республиканың 54 районындағы 2500-ҙән ашыу тораҡ пунктта стационар мәҙәни-ял учреждениелары юҡ. Стационар клубтар булмаған ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн тап күсмә клубтар мәҙәни тормош үҙәге булып тора», - тине Эльвира Айытҡолова.