Рәсәй Президенты Владимир Путин сүп-сар утилләштереү буйынса заводтар төҙөү эшенә ныҡлы контроль булдырырға кәрәк, тип белдерҙе.
“Ундай заводтар төҙөү буйынса ҡарарҙарҙың үтәлешен ныҡлы күҙәтеү талап ителә – дәүләт кимәлендә лә, йәмәғәтселек ярҙамында ла, – тине ул. – Кешеләрҙең хәүефләнеүе юҡҡа түгел”. Был фекерҙе Владимир Владимирович ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү маҡсатында алып барылған төҙөлөш инфраструктураһының сифатына халыҡ тарафынан дәғүәләр булыу ихтималлығынан сығып әйтте.
Президент илдә тиҫтә йылдар буйына иғтибар ителмәгән ҡыйлыҡтар барлыҡҡа килеүен, уларҙың теләһә ниндәй эшкәртелмәгән сүп-сар менән тулыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып: “Был бер ниндәй сиккә лә һыймай, беҙ был эшкә тотонорға тейешбеҙ”, – тине.