Башҡортостанда «Экология» милли проекты сиктәрендә 19 муниципалитетта - Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында һәм Стәрлетамаҡта 29 һыу менән тәьмин итеү объекты ремонтлана.
2019-2024 йылдарҙа республикала һыу тәьминәте объекттарын реконструкциялауға һәм төҙөүгә бөтәһе 4,255 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Шуның 4,16 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, 85 миллион һумы республика бюджетынан бүленә.