Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2019, 15:32

Кәрәҙле элемтә операторҙары 1 июндән милли роумингты бөтөрә

Кәрәҙле элемтә операторҙары милли роумингты бөтөрә башлай. Роумингтың бындай төрө операторҙың сит төбәктә үҙенең селтәре булмаған осраҡта ғәмәлләшә һәм автоматик рәүештә икенсе операторҙың селтәренә тоташтырыла.

2018 йылдың декабрендә президент Владимир Путин милли роумингты бөтөрөү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Ул 1 июндән үҙ көсөнә инә. Ошо көндән ил биләмәһендә бөтә операторҙарҙың селтәрендә килгән шылтыратыуҙар бушлай булырға тейеш.
Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, бушлай шылтыратыуҙар автоматик рәүештә бөтә тариф пландарында ғәмәлдә була һәм өҫтәмә хаҡ, льготалы опцияларға тоташтырыуҙы талап итмәй. Үҙең шылтыратҡанда, шулай уҡ SMS һәм мобиль интернет хаҡы үҙгәрмәй.
«Российская газета» баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡайһы бер элемтә операторҙары билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ, атап әйткәндә, 29 майҙан яңы эш ҡағиҙәләренә күсергә хәл иткән.
#ВладимирПутин

Читайте нас: