Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2019, 17:51

Тәүге һөҙөмтә бар

Быйылғы тәүге квартал һөҙөмтәләре буйынса, республикала дөйөм үлем кимәле кәмегән.

Быйылғы тәүге квартал һөҙөмтәләре буйынса, республикала дөйөм үлем кимәле кәмегән.
“Сәләмәтлек сәғәте”ндә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә, табиптар һәм башҡа профилле белгестәр 600 тирәһе кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән.
“Юл-транспорт фажиғәләре, шулай уҡ айырым сирҙәргә бәйле үлем осраҡтары кәмегән. Был – ыңғай билдә”, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Максим Забелин һүҙҙәренсә, артабан был йәһәттән хәл яҡшыра барасаҡ. Медицина учреждениеларының баш табиптары эш һөҙөмтәһенең ошо күрһәткестәргә ҡарап билдәләнәсәген яҡшы аңлай.
Республика етәксеһе “Демография” милли проекты паспортында ҡуйылған бурыстарҙы үтәү мөһимлеген белдерҙе. Ә әле был йәһәттән башҡараһы эш бихисап.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: