Рәсәй һәм Конго Республикаһы президенттары Владимир Путин менән Дени Сассу-Нгессо ике ил араһындағы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.
“Беҙҙең мөнәсәбәттәр һәр саҡ дуҫтарса булды, ошо рәүешле инде 55 йыл дауам итә”, – тип билдәләне Владимир Путин.
Әле ике аралағы тауар әйләнеше үҫеше алтыш проценттан ашыу тәшкил иткән. Илебеҙ Президенты Конго башлығын тәүге “Рәсәй – Африка” саммитына саҡырҙы, сара октябрҙә Сочиҙа үтәсәк.
Һөйләшеү һөҙөмтәһендә бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды.