Башҡортостанда “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проекты сиктәрендә йыл һайын 1,5 мең өлкән йәштәге кеше өҫтәмә белем аласаҡ. Бының өсөн йылына яҡынса 108,8 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Әйткәндәй, быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибар бүленәсәген, киләһе йыл улар буйынса тәүге һығымталар яһаласағын белдергәйне. “Уларҙың йөкмәткеһе һәм йүнәлештәре ил граждандарының ихтыяжын һәм өмөттәрен сағылдыра”, - тине ул.
Башҡортостан пенсия алдындағы кешеләрҙе ҡабаттан уҡытыу, өҫтәмә белем биреү буйынса Рәсәйҙең алдынғы 12 төбәге иҫәбенә ингән.
"Роструд" мәғлүмәттәре буйынса, быйыл пенсия алды йәшендәге 75 мең самаһы кеше яңы һөнәрҙәрҙе өйрәнеүгә йүнәлтеләсәк, бының өсөн федераль ҡаҙнанан биш миллиард һум самаһы финанс бүленгән.
Күмертау авиация етештереү предприятиеһында ла был мәсьәләгә етди ҡарайҙар. Мәҫәлән, март айынан бында 200-гә яҡын пенсия алдындағы хеҙмәтсәндәрҙең квалификацияһын күтәреү, ҡабаттан уҡытыу эшенә тотонғандар. Өс айҙан уларҙың барыһы ла тейешле документ алып, белемен ғәмәлдә ҡулланасаҡ.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин