Райондың ҡайһы бер ауыл хакимиәттәре «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһына үҙ проекттарын тәҡдим итеп еңеп сыҡты. Йылдан-йыл йәмәғәтселектең урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ышанысы арта. Быйылғы проектта ла райондың 12 ауыл хакимиәте мәғариф учреждениеларын төҙөкләндереү, балалар, спорт майҙансыҡтары төҙөү, юлдарҙы ремонтлауға рөхсәт алған.
2019 йылда Абҙаҡта спорт майҙансығы өсөн ҡорамалдар һатып алыу һәм урынлаштырыу, Боғанаҡта “Буратино” балалар баҡсаһында тәҙрәләрҙе алыштырыу, Берештамаҡ ауылындағы зыяратты кәртәләү, Тимер юл ауылына урам тренажерҙарын алыу һәм урынлаштырыу, Ҡағы ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған һәйкәлгә капиталь ремонт яһау, Сермәндә мәктәп кәртәһен алыштырыу, Сосновка мәктәбенә капиталь ремонт, Тирләндә Локоцков тыҡрығындағы тротуарға ремонт, Туҡанда Матросов урамы юлын төҙөкләндереү, Өмөтбай урамын капиталь ремонтлау, Уҫманғәле ауылында балалар майҙансығы алыу һәм урынлаштырыу, Шығай ауылында мобиль янғын һүндереү комплексы алыу ҡаралған.
“Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” проектына өмөтбайҙар берҙәм ҡушылып, еңеп сыҡты. Улар быйыл проект ярҙамында 1280 метр ауыл юлын тәртипкә килтерәсәк. Проектты тормошҡа ашырыуҙа барыһы 908 мең һум аҡса талап ителә. Шуның 625 меңе - республика, 95 мең һумы район ҡаҙнаһынан, ә ҡалған сумма бағыусыларҙан һәм ауыл халҡынан йыйып алынасаҡ. Әлеге көндә аукцион процедураһы бара. Подрядсылар һайлап алынғас, эштәр башланасаҡ.