-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2019, 10:42

1 июлдән Башҡортостанда Берҙәм транспорт картаһы индерелә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 1 июлдән республикала берҙәм транспорт картаһын индереү буйынса проект старт ала.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 1 июлдән республикала берҙәм транспорт картаһын индереү буйынса проект старт ала. Шул ваҡыттан алып Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта ҡала һәм ҡала яны бәйләнешендәге йәмәғәт транспортында уның менән файҙаланырға мөмкин, тип белдерҙеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында.
«Берҙәм транспорт картаһы бөтә ташыусыларға ла ҡағыла һәм халыҡҡа юл хаҡы өсөн түләгәндә берҙәм түләү сараһы менән файҙаланыу мөмкинлеген бирә», — тине «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына биргән интервьюһында республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
Транспорт картаһының хаҡы 50 һум була. Водителдән билет һатып алыу мөмкинлеге һаҡлана, ләкин ул ҡиммәтерәккә төшә.
«Һис шикһеҙ, водителдән һатып алған билет ҡиммәтерәк була. Бөгөн республикала билеттың сикке суммаһы - 25 һум. Шуға ярашлы, автобуста бер тапҡыр теге йәки был яҡҡа йөрөү ошо сумманан юғарыраҡ булмаҫ», - тине Тимур Мөхәмәтйәнов.
Берҙәм транспорт картаһын «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә, «Өфө-матбуғат» киосктарында, ҡайһы бер магазиндарҙа, «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб» бүлексәләрендә, Берҙәм транспорт картаһын хеҙмәтләндереү пункттарында һатып алырға мөмкин. Граждандарҙың айырым категориялары өсөн барлыҡ льготалар һаҡлана.
Проектты тормошҡа ашырыуҙың киләһе этабында Берҙәм транспорт картаһының төрлө тарифтарын индереү күҙаллана. Һүҙ, атап әйткәндә, транспорттың төрлө төрҙәрен файҙаланыу тураһында бара.
«Тәү сиратта был Өфө агломерацияһына ҡағыла. Мәҫәлән, Өфөнән алыҫтағы тораҡ пункттан йәки Шакшанан, икенсе тораҡ пункттан юлға сыҡҡан кеше транспорттың төрлө төрҙәрендә берҙәм тариф буйынса транспорт картаһы менән ҡуллана ала. Беренсе этапта, был автобус. Киләсәктә троллейбустарҙы, трамвайҙарҙы, ҡала электричкаһын йәлеп итеү күҙаллана», - тип өҫтәне Тимур Мөхәмәтйәнов.