Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2019, 18:57

Милли проекттарға – 175 млрд һум

Рәсәйҙәрҙең тормош сифатын яҡшыртыу йәһәтенән дәүләт алты йыл эсендә 28 триллион һум аҡса бүләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ йәшәгән ерҙәрҙә һөҙөмтәләргә ирешергә тигән бурыс ҡуйҙы. Халыҡ үҙгәрештәрҙе ҡағыҙҙа ғына түгел, ә реаль эштәрҙә күрергә тейеш. Милли проекттар 12 йүнәлеш буйынса эшләйәсәк. Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бөтәһе 175,1 миллиард һум йүнәлтелә. Был аҡсаны нимәгә тотонорҙар һәм республикала йәшәүселәр милли проекттарҙан нимә алыр?

Рәсәйҙәрҙең тормош сифатын яҡшыртыу йәһәтенән дәүләт алты йыл эсендә 28 триллион һум аҡса бүләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ йәшәгән ерҙәрҙә һөҙөмтәләргә ирешергә тигән бурыс ҡуйҙы. Халыҡ үҙгәрештәрҙе ҡағыҙҙа ғына түгел, ә реаль эштәрҙә күрергә тейеш. Милли проекттар 12 йүнәлеш буйынса эшләйәсәк.
Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бөтәһе 175,1 миллиард һум йүнәлтелә. Был аҡсаны нимәгә тотонорҙар һәм республикала йәшәүселәр милли проекттарҙан нимә алыр?
Демография өсөн 34,4 млрд һум бүленәсәк.
2016 йылдан илдә тыуым кәмеүен иҫәпкә алып, иң мөһим проекттарҙың береһе булып иҫәпләнә. Халыҡ иҫәбен һаҡлап алып ҡалыу - тормош талабы, унһыҙ яңы мәктәптәр, дауаханалар, юлдар төҙөү мөһим түгел.
Башҡортостанда оло быуын граждандарының йәшәү сифатын күтәреүгә, тыуымды дәртләндереүгә, сәләмәт тормош алып барыусыларҙың иҫәбен арттырыуға 34,4 млрд һум йүнәлтелә. Был суммаға:
* Мохтаж ғаиләләрҙең тәүге балаһы өсөн айлыҡ түләүҙәр – 10 мең һум;
* Күп балалы ғаиләләргә 6 процент менән льготалы ипотека;
* Мотлаҡ медицина страховкалауы иҫәбенә 2 меңгә яҡын ЭКО процедураһын үткәреү;
* 2019 йылда ғына 19 балалар баҡсаһы төҙөлә һәм реконструкциялана.
- Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының уртаса хаҡы 100 млн. һумдан 150 миллионғаса барып баҫа. Беҙ дәүләт башлығы тарафынан ҡуйылған күрһәткестәргә таянабыҙ. 2024 йылға өс йәшкә тиклем балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сират бөтөрөлөргә тейеш. Шуға ла, был аҡса кескәйҙәр төркөмдәре булдырыуға китәсәк, - тине мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.
Әлеге көндө балалар баҡсаһына сиратта 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклемге 5 400 бала тора.
#национальныепроекты; #нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;
Читайте нас: