Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2019, 17:58

Радий Хәбиров «Өфө» аэропортына Венаға осоштар ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе

3 июндә беренсе Өфө — Вена авиарейсы башҡарылды. Бөгөн иртән 84 кеше UT №731 рейсы менән Австрияның баш ҡалаһына юлланды.

3 июндә беренсе Өфө — Вена авиарейсы башҡарылды. Бөгөн иртән 84 кеше UT №731 рейсы менән Австрияның баш ҡалаһына юлланды.
UTair авиакомпанияһы ла, «Уфа» халыҡ-ара аэропорты ла үҙенең вәғәҙәләрен үтәне, тип билдәләнеләр республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
«Беҙгә Европаға тура рейс бик кәрәк. Үҙебеҙҙә Венаға тура рейс асыу тураһында ҡарар Австрия Республикаһы менән алып барған әүҙем бәйләнештәрҙе иҫәпкә алып ҡабул ителде. Ике яҡҡа ла туристар ағымын көйләүгә иғтибар итеүегеҙ һорала. Был, ысынлап та, ҙур ваҡиға. «Өфө» халыҡ-ара аэропортына рәхмәтлемен: ул сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алды. Ошо рейстың аяҡҡа баҫырына ышанам», — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Utair авиакомпанияһы менән берлектә әҙерләнгән осош программаһы 2020 йылдың июненә тиклем иҫәпләнгән. Осоштар аҙнаһына ике тапҡыр — дүшәмбе һәм йома көндәрендә 126 пассажир һыйҙырышлы 737-500 боингында башҡарыла.
Рейсты асыу тантанаһында республика Хөкүмәте вице-премьеры Рәйеф Әбдрәхимов әйтеүенсә, «Башҡортостан менән Австрияның баш ҡалаһы араһында тура авиабәйләнеш халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға булышлыҡ итеренә өмөт ҙур».
«Өфө» аэропортының генераль директоры Александр Андреев республика хөкүмәтенә, авиакомпания етәкселегенә берлектәге эш, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә рейсты ойоштороу мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте.
«UTair авиакомпанияһы менән һөйләшеп килешеү буйынса, Венаға осоштар — даими. Улар ҡышҡыһын да башҡарыла. Өфө — Вена рейсы туристар, шулай уҡ бизнес вәкилдәре араһында ла популярлыҡ яулар, эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе әүҙем үҫтереүгә этәргес бирер тигән өмөттәбеҙ», — тине «Өфө» аэропортының генераль директоры Александр Андреев.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөнән Венаға билет хаҡы «Минимум» тарифы буйынса — 5698 һумдан, «Оптимум» тарифы буйынса — 6803 һумдан, «Премиум» тарифы буйынса 7903 һумдан башлана.
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;
Читайте нас в