Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2019, 16:25

Башҡортостан халҡы Берҙәм транспорт картаһына исем һайлай

Әлеге ваҡытта тауыш биреүҙә тәҡдим ителгән 10 варианттың өсәүһенә өҫтөнлөк бирелә. Улар араһынан BashCard өсөн 1000-дән ашыу кеше тауыш биргән, икенсе һәм өсөнсө урындарҙа "Алға" һәм "ТЭТА" исемле өлгөләр.

Транспорт картаһы өсөн тауыш биреү республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының сайтында һәм "Бәйләнештә" һәм "Одноклассники" селтәрҙәрендәге рәсми төркөмдәрендә бара. Әлегә унда 5 мең ярымдан ашыу кеше карталарҙың биҙәлешенә үҙ фекерен белдергән.
Тауыш биреү дүшәмбе сәғәт 12-лә тамамлана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июлдән берҙәм транспорт картаһы Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларының йәмәғәт транспортында һәм ҡала яны йүнәлештәрендә ғәмәлгә инә.
Лилиә Хәбибова, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәткәре: “Берҙәм транспорт картаһы Башҡортостанда 1 июлдән ғәмәлгә инә. Тәүҙә ул Өфө, Стәлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларының йәмәғәт транспорты һәм ҡала яны йүнәлештәрендә ҡулланыла башлай. Һуңыраҡ яңылыҡҡа республиканың башҡа ҙур ҡалалары һәм шәхси пассажир ташыусылар ҙа ҡушыласаҡ”.
Читайте нас: