Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2019, 18:44

Республикала һабантуй көндәрендә хәмер һатҡан өсөн магазиндарға штраф һалына

Сауҙа буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һабантуй көндәрендә алкоголь һатыу-һатмауҙы тикшерә башланы.

Сауҙа буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һабантуй көндәрендә алкоголь һатыу-һатмауҙы тикшерә башланы.
Республикала 2019 йылдың 30 майынан күмәк халыҡ ҡатнашҡан байрамдарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тураһында закон ғәмәлдә.
Әйтәйек, 1 июндә 13 районда һабантуй ойошторолдо. Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Илеш, Йылайыр райондарында хәмер һатыу осраҡтары асыҡланды.
Бының өсөн магазин хужалары штраф түләргә тейеш: юридик берәмектәргә - 100 меңдән 300 мең һумға, вазифалы кешеләргә 20 меңдән 40 мең һумға тиклем.
Читайте нас: