Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2019, 11:22

Владимир Путин ниҙәр хаҡында белдерҙе?

Дәүләт етәксеһе Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы пленар ултырышындағы сығышында күп яҡлы мәсьәләләр күтәрҙе.

Дәүләт етәксеһе Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы пленар ултырышындағы сығышында күп яҡлы мәсьәләләр күтәрҙе.
Владимир Путин иң беренсе Инвестиция климаты милли рейтингы лидерҙарын ҡотланы, был йәһәттән илдең һәр төбәгендә маҡсатлы эш алып барылырға тейешлеген билдәләне.
Дәүләт етәксеһе сығышында долларҙың роле, уның бөтөн донъяға баҫым яһау ҡоралына әйләнеүе, шул уҡ ваҡытта уға ышаныстың кәмеүе хаҡында уйланырға саҡырҙы. Һанлы технологиялар тураһында ла һүҙ булды. Президент әйтеүенсә, Рәсәйҙә бизнес мәсьәләләрен хәл итеү өсөн быйыл уҡ “Һанлы омбудсмен” эшләй башлаясаҡ. Был технология ярҙамында йүнселдәр хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре яғынан ҡылынған законһыҙ осраҡтар хаҡында хәбәр итә ала.
“Минеңсә, бындай асыҡлыҡ йәмғиәт, бизнес һәм дәүләт араһындағы ышанысты арттырасаҡ”, – тине Президент.
#ВладимирПутин
Читайте нас: